Нет данных о рекламе
Нет данных о рекламе
Загрузка данных...
| Размещенный пост | Текст публиакции | Рекламирующий канал | Просмотры | Просмотры 24 ч | Прирост подписчиков |
|---|
Загрузка данных...
| Размещенный пост | Текст публикации | Рекламируемый канал | Просмотры | Просмотры 24 ч | Прирост подписчиков |
|---|
| Дата и время публикации | Текст публикации | Рекламируемый канал | Динамика просмотров | Всего просмотров |
|---|---|---|---|---|
| 2026-11-26 22:22:01 | Әнҽйҙәр изгҽ йәндәр Баймырҙина Римма Әнҽй тигән фәрҽштә бар донъяла Күҙ ҡараһылай һаҡлай балаһын. Әнҽй йөрәгҽ һиҙгҽр алдап булмай Ҡайҙандыр бҽлә ниҙәр булаһын!?! Әнҽй исҽмнҽ яҡты йондоҙ ҙа бар Ҡара төндә яҡтырта юлыңды. Яңғыҙы тартһала тормош арбаһын Ысҡындырмаҫ һис ҡасан ҡулыңды!! Әнҽй исҽмнҽ нурлы ҡояш та бар Йәлләмәй бирә күңҽл йылыһын. Ғүмҽрҽн бирҽргә лә әҙҽр бит ул Ҡурсалар өсөн ғәзиз балаһын!! Әнҽйҙәргә бағышлап дан йырлайбыҙ Тҽләйбҽҙ уңа ҡояш ғүмҽрҽн. Тик әнҽй ғүмҽрҽ бҽр: мәңгҽ түгҽл Иҫән саҡта бҽләйҽк ҡәҙҽрҽн! Әнҽйҙәр изгҽ йән… | — |
|
79 |
| 2026-11-23 23:04:43 | Әле кисә генә бит әле аҡлы - ҡаралы ғына тормошона, көтмәгәндә ҡапыл күк көмбәҙен ярып йәшен ҡамсыһылай үтеп ингән яҡтылыҡ сатҡылары, күк йөҙөнә эленгән йәйғор күпере, үткәндәрҙән киләсәккә юл һалыр тип башына ла килмәгәйне. Нәғимә һөйгәненең тынын, еҫен тойоп йәненә тулған илерткес ләззәттән, Рифтең ҡосағында иреп юғалды, ҡулдарының йылылығы тәнен ялманы. Тәүге осрашҡандағы кеүек хистәр өр яңынан ҡабынды. Мөхәббәттән илереп йөрөгән саҡтарында уҡ хатта уның тураһында уйлағанда ошо ҡайнар тулҡындың солғап алыуын, меңәр саҡрымдар аша ла уның күңел ауазын ишетеүен тойоп йәшәне. Йәшел ыуыҙ япраҡлы ҡайындар араһында таҫмалай һуҙылған һөйөү һуҡмағынан етәкләшеп икәү килә. Ул һуҡмаҡты бик ҡатмарлы урау юлдар, төрлө ҡаршылыҡтар аша үткәс кенә таптылар. Һап-һары бәпембәләр, күкшел умырзая менән кәкүк сәскәһенән генә туҡылған келәм өҫтөнән бер - береһенә һыйынышып икәү атлай. Йылға буйында үҫкән муйыл, юкә сәскәһе еҫенән иҫергән ғашиҡтарҙың күңел түрҙәрен һөйөү ялҡыны биләй. Һабантурғай менән беснәк ярышмаҡ булып бер - береһен уҙҙырып сутылдаша. Ағастан - ағасҡа ҡунған кәкүк әллә йылдарҙы һынай, әллә бәхетле оҙон ғүмер юрай... Кәккүк-кәкүк, Кәккүк-кәкүк, Кәккүк- кәккүк... Оҙаҡ йылдар Саҡ менән Суҡ һымаҡ тормош юлдарында аҙашып йөрөгән, саф һөйөү хистәрен юғалтмаған, ғүмер көҙҙәрендә һөйөү һуҡмағынан бер - береһенә һыйынышып ҡына атлаған ике ғашиҡ йәнгә оҙон бәхетле ғүмер юрай. Кәккүк-кәккүк, Кәккүк-кәккүк, Кәккүк-кәккүк... Электән килгән, бер һүҙ бар. «Яҙмыш» тигән һүҙ ул. Бөтөнөһөнә лә шул Яҙмыш ғәйеплеме икән? Һис бер кемде лә аямаған, кеше тормошон, бәхетле - бәхетһеҙлеген хәл итә торған илаһи көс ахырыһы ул. Яҙмыш, яҙмыш тибеҙ...Яҙмыш кешеләрҙе айыра ла, осраштыра ла... Яҙмыш юлдарын беҙ үҙебеҙ һыҙабыҙ, урау - урау юлдарҙан уҙабыҙ.!!! Әле кисә генә би… | — |
|
102 |
Год
Месяц
Неделя
Загрузка данных...
| Время | Контент | Подписчиков | Кто ссылался | Просмотры 48ч | Просмотры 24ч |
|---|